6 декабрь, Шишәмбе

13 ноябрь 2013 йыл, 17:34

Бөрө йәш гвардиясылары «Таҙа ҡала» экологик акцияһы уҙғарҙы

автор: Арина Рәхимҡолова

Бөрө районы «Йәш Гвардия» активистары «Таҙа ҡала» экологик акцияһын уҙғарҙы. Активистар скверҙарҙы, парктарҙы, йылға һәм күл буйҙарын беренсе тапҡыр ғына таҙартмай, төҙөкләндереү менән шөғөлләнә, сәскәләр һәм ағастар ултырта, тик барыбер сүп-сар кәмемәй. Шуға күрә йәштәр, «Бросил мусор — не забудь хрюкнуть» тигән плакаттар күтәреп, урамдарға сыҡты, тип хәбәр итә ER.RU.

— Халыҡ әле һаман, әгәр үҙҙәре ҡаланы ҡарамаһа, ул бер ҡасан да таҙармаясаҡ икәненә төшөнә алмай. Кешеләрҙең емергес эшмәкәрлеге ҡаланың матур мөйөштәре, урамдары, йылға һәм күл буйҙарының аҡрынлап стихиялы сүплеккә әйләнеүенең сәбәбе булып тора. Быға ҡаршы көрәшергә кәрәк. Шуға күрә лә беҙ проблеманы халыҡҡа ошо юл менән еткерергә булдыҡ. Беҙҙең активистар таҙалыҡҡа өндәп ҙур булмаған плакаттар йәбештерҙеләр һәм элделәр. Юҡҡа ғына халҡыбыҙ «Таҙартҡан урында, түгел, ә сүпләмәгән ерҙә таҙа» тип әйтмәгән бит, — тип үҙ фекерен белдерҙе Бөрө Йәш гвардиясылар етәксеһе Александр Обухов.

Плакаттар менән ҡоралланып, акцияла ҡатнашыусылар үтеп барған водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе таҙалыҡҡа һәм тәртипкә саҡырҙы. Һирәктәр генә иғтибар йүнәлтте. Күптәр иһә, үҙҙәренең эштәре буйынса ашыҡҡан булып, йәштәрҙе күрмәҫкә тырышты.

Йәш гвардиясыларҙың акцияһы ике этапта үтәсәк. Тәүҙә улар кешеләргә тирә-яҡ мөхитте бысратыуҙың зыяны тураһында мәғлүмәт еткерәсәк, артабан ҡала паркын йыйыштырыуға тотонасаҡ. Йәш гвардиясылар өлгәшелгәндә туҡталып ҡалырға йыйынмай.

— Ҡаланы таҙараҡ яһау беҙҙең көсөбөҙҙән килә. Бының өсөн теләк һәм ваҡыт кәрәк. Әгәр кем дә булһа беҙгә ҡарап башҡаса сүпләмәһә, был беҙҙең бәләкәс кенә еңеүебеҙ буласаҡ, — тип билдәләне йәш гвардиясы Роман Яныбаев.