5 декабрь, Дүшәмбе

13 ноябрь 2013 йыл, 16:54

Милли банк рәйесе итеп Марат Кашапов тәғәйенләнде

автор: Эльвира Латипова

Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы Рәйесе ҡарары менән РФ Үҙәк банкының Башҡортостан Республикаһы Милли банкы рәйесе вазифаһына  2013 йылдың 13 ноябренән Марат Кашапов тәғәйенләнде, тип хәбәр итә БР Милли банкы матбуғат хеҙмәте.

Марат Данил улы Кашапов 1971 йылдың 11 ноябрендә Өфөлә тыуған. 1994 йылда Башҡорт дәүләт университетын «Иҡтисади һәм социаль планлаштырыу» белгеслеге буйынса ҡыҙыл дипломға тамамлай, «Иҡтисадсы» квалификацияһы алып сыға. Ошонда уҡ 1999 йылда «Юриспруденция» белгеслеге буйынса өҫтәмә юғары белем ала, «Юрист» квалификацияһы бирелә.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡортостан Республикаһы Милли банкында 1994 йылда валюта контроле һәм валюталарҙы көйләү бүлеге иҡтисадсыһы булып башлай. 1996 йылда валюта контроле бүлеген етәкләй. 1997 йылда банк надзоры һәм санация үткәреү идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә. 2003 йылдан Милли банк рәйесе урынбаҫары булып эшләй, 2013 йылдың сентябренән әлегә тиклем БР Милли банкы рәйесе вазифаһын башҡара.

2010-2011 йылдарҙа Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында «Банкылар» Халыҡ-ара Азербайжан банкы (МБА) программаһы буйынса профессиональ әҙерлек үтә.  

17 ғилми эш авторы.

Өйләнгән, ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй.