5 декабрь, Дүшәмбе

13 ноябрь 2013 йыл, 15:24

Өфөлә быйыл ҡыш «боҙ ҡаласыҡтары» пенопласт һәм ағастан эшләнеүе ихтимал

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов оператив кәңәшмәлә боҙ ҡаласыҡтары төҙөлөшөнөң альтернатив варианттарын ҡарарға бойороҡ бирҙе.

— Быйыл аномаль йылы һауа торошон күҙҙә тотоп, боҙ ҡаласыҡтарының әҙерлеге борсолоу тыуҙыра. Әгәр боҙ туңып өлгөрмәһә, фанера һәм пенопластан төҙөйәсәкбеҙ. Бындай практика беҙҙә бар, 2008 йылда һауа торошоноң көйһөҙлөгө арҡаһында декораторҙар ҡарһыҙ һәм боҙһоҙ ҡалғайны, — тине Ирек Ялалов.

Ҡышҡы миҙгелгә әҙерләнеү сиктәрендә Өфө ихаталарында хоккей ҡумталарын алмаштырыу буйынса былтыр башланған эштәр дауам иттереләсәк.

— Әлеге ваҡытта урамдарҙа булған таҡтанан ҡағылған хоккей ҡумталары артта ҡалырға тейеш. Хәҙер беҙҙә ошондай 80 ҡумта бара. Улар урынына заманса һәм хәүефһеҙҙәре төҙөлөргә тейеш. Был бик ҡиммәтле проект. Бюджетҡа ғына ышанырға түгел, ә бағыусыларҙы, эшҡыуарҙарҙы ла йәлеп итергә кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Өфө ҡалаһы башлығы.