6 декабрь, Шишәмбе

13 ноябрь 2013 йыл, 15:03

Евгений Маврин республиканың иҡтисади үҫеш министры итеп тәғәйенләнде

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙ Указы менән Евгений Мавринды Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры итеп тәғәйенләне.

Республика Президентының икенсе Указы менән Александр Марьин үҙ теләге менән Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры вазифаһынан бушатылды.