8 декабрь, Кесе йома

13 ноябрь 2013 йыл, 14:04

Бөгөн – Радиация, химик һәм биологик һаҡлау ғәскәрҙәре көнө

автор: Арина Рәхимҡолова

Бөгөн Рәсәйҙә Радиациион, химик һәм биологик һаҡлау ғәскәрҙәре көнө билдәләнә. Был һөнәри байрамды ойоштороу тураһындағы Указға Рәсәй Президенты 2006 йылдың майында ҡул ҡуя. Радиацион, химик һәм биологик һаҡлау ғәскәрҙәре ойошторолоуының рәсми датаһы тип 1918 йылдың 13 ноябре иҫәпләнә, ул саҡта Республиканың Революция хәрби советы ҡарары менән ғәмәлдәге армияла тәүге химик һаҡлау органдары һәм подразделениелары ойошторола. 1992 йылдың авгусында химик ғәскәрҙәр үҙҙәренең хәҙерге исемен ала.

Был Ҡораллы Көстәрҙең хәрби хәрәкәтен химик тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән махсус ғәскәр. Хәҙерге заман Радиацион, химик һәм биологик һаҡлау ғәскәрҙәре радиацион, химик һәм биологик разведка, ҡоралдарҙы, обмундированиеларҙы, башҡа матди саралар һәм урындарҙы дезактивациялау, дегазациялау һәм дезинфекциялау буйынса бурыстарҙы үтәүсе подраздлениеларҙан һәм частарҙан тора. Уларға шулай уҡ атыу-яндырыу саралары һәм маскировкалау төтөнөн ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән подразделениелар инә.

1954 йылда Тоцк полигонында ядро шартлағанда Башҡортостандан меңләгән хәрби хеҙмәткәрҙәр ҡатнашты, химик ғәскәрҙәр таҫыллыҡ һәм юғары хәрби оҫталыҡ күрһәтте. 1986 йылда Чернобыль атом электростанцияһында авария эҙемтәләрен бөтөрөү барышында радиацион, химик һәм биологик һаҡлау ғәскәрҙәре ер өҫтө һәм радиацион разведка буйынса ҡуйылған бурыстар күләменең 90 процентын үтәне. Бөтә Советтар Союзы граждандары менән бер рәттән Башҡортостандан саҡырылған хәрби хеҙмәткәрҙәр батырлыҡ, юғары профессионаллек һәм фиҙәҡәрлек күрһәтте.