Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәй Конституцияһының 20 йыллығына арналған тантаналар үтәсәк

Сәйәсәт

Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын ҡабул итеүгә 20 йыл тулыу менән бәйле тантаналар үтәсәк. Был турала бойороҡҡа  12 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

19 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһынан Дәүләт Думаһы  депутаттары һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзалары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай  депутаттары, Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Конституция судтары, Юғары һәм Арбитраж судтары ағзалары, республика башҡарма власть органдары етәкселәре, муниципаль берәмектәр хакимиәттәре башлыҡтары, төрлө кимәлдәге депутаттар, ойошмалар, йәмәғәт һәм дини берекмәләр вәкилдәре ҡатнашлығында тантаналы йыйылыш үткәрелә.

Республика ғилми-ғәмәли конференцияһы ла ошо ваҡиғаға арналасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть