Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы делегацияһы менән осрашты

Иҡтисад

Шишәмбе көнө БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың Цзянси делегацияһы менән осрашыуында Башҡортостан менән Ҡытай Халыҡ Республикаһының Цзянси провинцияһы араһында иҡтисад һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек йүнәлештәре билдәләнде. Цзянси провинцияһының Үҫеш һәм реформалар комиссияһы начальнигы урынбаҫары Цзэнь Вэнмин етәкселегендәге делегация Өфөгә кисә килде.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, төбәктәр машиналар эшләүҙә,  металлургияла, игенде тәрән эшкәртеү, туризм өлкәһендә уңышлы хеҙмәттәшлекте юлға һала ала. Атап әйткәндә, республика Президенты Ҡытай яғына «автомобиль комплекттары менән тәьмин итеүсе Башҡортостан предприятиелары менән  кооперация мөмкинлеген ҡарарға» тәҡдим итте. Туризм өлкәһендә ярашлы инфраструктура булдырыу буйынса берлектә эш алып барырға мөмкин.  

Рөстәм Хәмитов республиканың заманса автомобиль юлдары селтәрен үҫтереүгә, торлаҡ төҙөлөшө темптарын арттырыуға һәм ҡунаҡхана сервисын киңәйтеүгә ихтыяжын билдәләне.

Цзэнь Вэнмин һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан менән Цзянси провинцияһын байтаҡ уртаҡ мәнфәғәттәр бәйләй, шуға күрә «хеҙмәттәшлек ҙур әһәмиәткә эйә». Үҙ яғынан, Ҡытай делегацияһы башлығы   Цзянси провинцияһы өсөн мөһим булған Башҡортостан менән берлектәге эш йүнәлештәрен билдәләне. Юғары технологиялы сәнәғәт производствоһы, төҫлө металлургия, иң элек, баҡыр иретеү, сәнәғәт технологиялары һәм экология өлкәһендә тикшеренеүҙәр, туризмды үҫтереү һәм гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек тураһында һүҙ алып барылды.

— Республика Президенты менән осрашыу бик йөкмәткеле булды, — тип хәбәр итте журналистарға Цзэнь Вэнмин әфәнде. — Беҙ киләһе йылда төбәктәребеҙҙең стратегик хеҙмәттәшлеге тураһында протоколға ҡул ҡуйыу тураһында һөйләшеп килештек. Ике төбәк башлыҡтарының бер-береһенә рәсми сәфәре билдәләнде.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть