8 декабрь, Кесе йома

12 ноябрь 2013 йыл, 18:00

Яҙғы сәсеү өсөн төбәктә планлаштырылған орлоҡ күләменең 93 проценты әҙер

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан аграрийҙары киләһе яҙғы сәсеү өсөн яңы уңыштан 275 мең тонна орлоҡ әҙерләгән, ул планға ҡарата 93 процент тәшкил итә.

Бөгөнгө көнгә яҙғы сәсеү өсөн орлоҡ әҙерләү планын республиканың 31 районы хужалыҡтары үтәгән. Шул уҡ ваҡытта уларҙың өсөһө – Әлшәй, Илеш һәм Саҡмағош райондары планда билдәләгәндән күберәк орлоҡ әҙерләгән.

Бынан тыш, игендең төбәк страховка фондына әлеге ваҡытта 22 мең тонна орлоҡ һалынған, йәғни билдәләнгән күләмдең яртыһы. Был бурысты тулыһынса 19 район аграрийҙары үтәгән. Өҫтәүенә, Бүздәк, Дүртөйлө, Иглин һәм Мәләүез райондарында орлоҡ әҙерләү планы арттырып үтәлгән.

Республикала шулай уҡ ужым иген культуралары орлоҡтары күсмә фонды тулылана. Унда хәҙер 46 мең тонна ужым иген культуралары орлоҡтары иҫәпләнә, йәғни планлаштырылған күләмдең 76 проценты. План 29 районда үтәлгән, улар араһынан Балаҡатай, Благовар, Бөрйән, Дүртөйлө, Кушнаренко һәм Нуриман райондарында ужым орлоҡтары планлаштырылғандан күберәк һалынған.

Иген культураларынан тыш, төбәктә 1,9 мең тоннанан ашыу күп йыллыҡ үлән орлоҡтары әҙерләнгән, ул планға ҡарата 92 процент тәшкил итә. Планды үтәгән 43 райондан алтауһында (Дүртөйлө, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Өфө һәм Саҡмағош райондарында) планлаштырылғандан күберәк орлоҡ һала алғандар, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.