8 декабрь, Кесе йома

12 ноябрь 2013 йыл, 18:01

Башҡорт сатира оҫтаһы Марсель Сәлимов – «Рус көлөүе» фестивале дипломанты

автор: Алик Шакиров | фото: Михаил Шкуркин

Нижегородка өлкәһе Кстово ҡалаһында Евгений Нефедов исемендәге «Рус көлөүе» («Русский смех» ) VI  бөтә Рәсәй ирониялы шиғриәт фестивале үтте, унда хөрмәтле ҡунаҡ сифатында билдәле башҡорт шағиры һәм яҙыусы-сатирик, Рәсәй һәм халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты Марсель Сәлимов ҡатнашты. Шиғриәт байрамы ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары араһында Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Төмән  һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан Владимир Дагуров, Александр Хорт, Игорь Алексеев, Владимир Митрофанов, Татьяна Кормилицына, Сергей Сатин, Владимир Гавриков, Владимир Шемшученко, Александр Ковалев, Владимир Скворцов, Николай Симонов, Светлана Леонтьева, Вячеслав Карташов, Геннадий Балахнин, шулай уҡ Сыуашстандан Раиса Сарби, Ҡаҙағстандан Александра Суслова, Латвиянан Вадим Смирнов кеүек урындағы тамашасыға таныш көлкө оҫталары булды. Ирониясы шағирҙарҙы А.С.Пушкин исемендәге Үҙәк китапханала Нижегородка крайының Яҙыусылар үҙәге етәксеһе Надежда Калачева, директоры Галина Горчакова етәкселегендә китапхана хеҙмәткәрҙәре йола буйынса ҡуян-икмәк һәм кишер менән ҡаршы алды.

Нефтехимиктар Мәҙәниәт йортонда «Ҙур юмор кисәһе» гала-концерты уҙҙы, унда сатирик-шағирҙар үҙҙәренең сәнскеле, шул уҡ ваҡытта көлкөлө шиғырҙарын уҡыны. Марсель Сәлимов үҙ сығышында Салауат Юлаевтың тыуған яғынан ҡайнар башҡорт сәләмен еткерҙе, Нижегородка өлкәһенең мәҙәниәт министры Сергей Горинға үҙенең яңы китабын бүләк итте.

Фестиваль сиктәрендә түңәрәк өҫтәл, уҡыусылар һәм студенттар, эшселәр һәм хеҙмәткәрҙәр, йәштәр һәм ветерандар менән ижади осрашыуҙар ойошторолдо.

Фестиваль президенты, билдәле рус шағиры-пародисы Олег Рябов башҡорт сатираһы ветеранына «Рус көлөүе» VI  Бөтә Рәсәй ирониялы шиғриәт фестивален үҫтереүгә ярҙам иткәне өсөн» тигән диплом тапшырҙы.

— Данлыҡлы Габрово юмор һәм сатира фестивалдәрендә ҡатнашҡанда, мин һәр ваҡыт үҙебеҙҙә, Рәсәйҙә, ошондай байрам үткәреү тураһында уйлай, хыяллана торғайным, — тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты «Башинформ» агентлығына Марсель Сәлимов. — Киләсәктә Нижегородка Кстовоһы рус Габровоһы булып китеүе бик тә ихтимал. Үҙенең «Рус көлөүе» менән.