8 декабрь, Кесе йома

12 ноябрь 2013 йыл, 16:49

Бөтә донъя диабетҡа ҡаршы көрәш көнөнә арналған акция уҙасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Йыл һайын уҙғарыла торған «Диабетҡа ҡаршы көрәштә берләшәйек» акцияһы 16 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Уның маҡсаты – диабет һәм унан дауаланыу саралары тураһында халыҡҡа мәғлүмәт еткереү, социаль реабилитациялау һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүҙе популярлаштырыу.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, аҙна дауамында халыҡ араһында ауырыуҙы диагностикалау сараһы уҙасаҡ. Программала шулай уҡ өлкәндәр һәм балалар өсөн диабет мәктәбе, Башҡорт дәүләт медицина университетының спорт комплексы базаһында өҫтәл теннисы, волейбол, дартс буйынса спорт ярыштары, командалар эстафетаһы,  «Хыяллан, йәшә, ижад ит!» мәҙәни-спорт фестивале.

Рәсми статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала беренсе төр шәкәр ауырыуынан биш меңдән артыҡ кеше яфалана, шул иҫәптән 600-ҙән ашыу бала, икенсе төрҙән – 74 мең самаһы.

Акцияны башлаусы: БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты ярҙамында «Феникс» БР диабет йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы