9 декабрь, Йома

12 ноябрь 2013 йыл, 16:16

БР Ветерандар советы рәйесе Марат Муллағәләмов Почет билдәһе менән бүләкләнде

автор: Людмила Терновая

Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм БР хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы рәйесе Марат Муллағәләмов республика парламентының юғары наградаһына – «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн» Почет билдәһенә лайыҡ булды. Награданы Марат Сабит улына БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.

— Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың төп наградаһын иң күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәренең береһе, төрлө вазифаларҙа эшләп, республика өсөн күп файҙа килтергән кешегә тапшырғым килә, — тип билдәләне республика парламенты спикеры. — Марат Сабит улы бай эстәлекле ғүмер кисергән. Ветерандар ойошмаһы етәксеһе булараҡ, беҙҙең ветерандарҙың, пенсионерҙарҙың социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә ул күп көс һала. «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» республика законын тормошҡа ашырыуҙа уның күрһәткән хеҙмәте айырыуса мөһим. Хеҙмәтегеҙ өсөн, республика хаҡына эшләгәнегеҙ һәм эшләүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә.

— Иғтибарығыҙ, социаль мәсьәләләрҙе законлы нигеҙҙә хәл итеүегеҙ, өлкән быуын хоҡуҡтарын яҡлағанығыҙ өсөн республика Ветерандар советы рәхмәтле. Юғары наградағыҙ өсөн рәхмәт, — тине республика парламентарийҙарына Марат Муллағәләмов.