9 декабрь, Йома

12 ноябрь 2013 йыл, 15:57

Профсоюздар һөнәри байрамдарын билдәләй

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостандың профсоюз хеҙмәткәрҙәре бына инде бишенсе йыл рәттән үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. 2009 йылдың 21 октябрендә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында депутаттар «Профессиональ союздар тураһында» БР Законына үҙәрештәр индереү тураһында» тигән закон ҡабул итә. Был законға ярашлы, йыл һайын 12 ноябрҙә БР профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.

Байрам датаһы юҡҡа ғына һайланмаған. Сөнки ошо көндә 1948 йылда Өфөлә I Башҡортостан өлкә союз-ара профсоюздар конференцияһы үтә, унда Башҡортостан өлкә профсоюздар советы һайлана.

Бөгөн Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы республиканың иң ҙур йәмәғәт ойошмаһы булып һанала. Ул республиканың 20-нән артыҡ тармаҡ ағзалары ойошмаһын берләштерә, алты меңдән ашыу тәүге профсоюз ойошмаһы иҫәпләнә. Профсоюз ағзаларының дөйөм иҫәбе – 760 меңдән ашыу.

Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләүгә ярашлы, республика ҡалаларында профактивтар менән осрашыуҙар, ветерандарҙы бүләкләү, профсоюз хәрәкәтенең көнүҙәк мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәлдәр үтә. Өфөлә бөгөн иртән «Йәштәр профсоюз автобусы» акцияһы үтте, уның сиктәрендә 226-сы «Телеүҙәк — ДОК — Телеүҙәк» маршруты буйынса бушлай йөрөү ойошторолдо. 14 сәғәттә йәштәр менән тантаналы осрашыу башланды, унда республиканың ведомство һәм министрлыҡтар етәкселәре, депутаттар, БР Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре, профсоюз хәрәкәте ветерандары ҡатнаша. Осрашыу профактивистарҙы һәм республика конкурстары еңеүселәрен бүләкләү менән тамамланасаҡ.