5 декабрь, Дүшәмбе

12 ноябрь 2013 йыл, 15:45

Төбәктә хеҙмәтте һаҡлау буйынса төбәк-ара конференция үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

«Йоматау» шифаханаһында 14 ноябрҙән 15-нә тиклем «Хеҙмәткәрҙәр һаулығын тәьмин итеүҙә хеҙмәт һаҡлау идаралығының роле» төбәк-ара конференцияһы үтәсәк.

Республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, форумда ҡатнашыу өсөн Мәскәү, Башҡортостан, Волга буйы һәм Урал федераль округы төбәктәренән хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгестәр саҡырылған.

Конференцияға йыйылыусылар алдында Рәсәй Хеҙмәт министрлығының Бөтә Рәсәй хеҙмәт һағы һәм иҡтисады ғилми-тикшеренеү институты, «Тармаҡ-ара институт» Дәүләттеке булмаған белем биреү учреждениеһы (Өфө), Хеҙмәт һағы үҙәктәренең милли ассоциацияһы (Мәскәү), Хеҙмәт, производство һәм кеше именлеге институты (Пермь), шулай уҡ «ОЛС-комплект» Хеҙмәт һағы һәм шарттары институты (Клин) вәкилдәре сығыш яһаясаҡ.

Министрлыҡта билдәләп үтеүҙәренсә, Башҡортостанды хаҡлы рәүештә хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә алдынғы төбәктәр иҫәбенә индерергә мөмкин.

Республикала күрелгән саралар арҡаһында производствола имгәнеүҙәр кимәле юғары түгел. Һуңғы бер нисә йыл дауамында Башҡортостан илдең производствола имгәнеүҙәр күрһәткестәре түбән булған тәүге биш төбәге исемлегенә инә.

Һуңғы 20 йыл эсендә республикала производствола имгәнеүҙәр һанын алты тапҡырға кәметеүгә өлгәштеләр. Башҡортостандың хеҙмәт һағы өлкәһендә өлгө булараҡ танылыуы республиканы төбәк-ара конференцияны үткәреү урыны итеп һайлауҙа төп фактор була.