6 декабрь, Шишәмбе

12 ноябрь 2013 йыл, 14:02

Мәшғүллек хеҙмәтенә йыл башынан алып 84 мең кеше эш һорап мөрәжәғәт иткән

автор: Галина Бахшиева

2013 йылдың ғинуар-октябрендә Башҡортостан мәшғүллек хеҙмәтенә 84,4 мең кеше эш эҙләп мөрәжәғәт иткән. Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек эшкә урынлашыу ярҙамы республиканың 98 мең кешеһенә кәрәк булған.

Быйыл 10 ай эсендә төрлө дәүләт хеҙмәте һорап төбәк мәшғүллек хеҙмәтенә барлығы 261, 2 мең кеше мөрәжәғәт иткән.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йылдың ғинуар-октябрендә төбәктә 41,5 меңдән ашыу кеше эшһеҙ тип танылған, былтыр ошо уҡ осорҙа был һан 48 меңгә тиң ине.

Ошо ваҡыт эсендә мәшғүллек хеҙмәтенән 46 мең эшһеҙ иҫәптән алынған. Уларҙың яртыһынан күберәге эш тапҡан. 13 проценты (5,7 меңдән ашыу кеше) профессиональ белем ала башлаған. Иҫәптә торған эшһеҙҙәрҙең өс проценты (республиканың 1,4 мең самаһы кешеһе) пенсияға сыҡҡан. 34 проценты (15,7 меңләп эшһеҙ) башҡа төрлө сәбәптәр менән иҫәптән алынған, тип билдәләнеләр төбәктең Хеҙмәт министрлығында.