4 декабрь, Йәкшәмбе

12 ноябрь 2013 йыл, 13:24

Республика башлығы Башҡортостанда радиоактив ҡалдыҡтарҙы күмеү пунктын урынлаштырыуға ҡаршы

автор: "Башинформ"

Башҡортостандың Иглин районы Ләмәҙ ҡасабаһында Рәсәй атомы радиоактив ҡалдыҡтарҙы күмеү пунктын урынлаштырырға планлаштырыуы тураһында таралған имеш-мимештәргә бәйле, республика башлығының матбуғат сәркәтибе Артем Вәлиев «Башинформ» агентлығына, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала радиоактив ҡалдыҡтарҙы күмеү пунктын урынлаштырыуға ҡаршы, тип белдерҙе.

«Башҡортостан етәкселегенә беҙҙә ядро ҡалдыҡтарын күмеүҙе урынлаштырыу тураһында тәҡдим менән бер кем дә сыҡманы. Президенттың был мәсьәлә буйынса позицияһы ҡәтғи: ул – ҡаршы. Бөгөн был инициативаны кем күтәреүен асыҡлаясаҡбыҙ», — тип белдерҙе БР Президентының матбуғат сәркәтибе.

Был турала мәғлүмәт “Росатом”дың һатып алыуҙар сайтында быйыл 22 июлдә урынлаштырылған. Баҫтырылған мәғлүмәттәргә ярашлы, һатып алыуҙы ойоштороусы  — «Радиоактив ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса милли оператор» федераль дәүләт унитар предприятиеһы. Башҡортостан Республикаһынан тыш бында Рәсәйҙең һигеҙ төбәге (Красноярск крайы, Томск, Силәбе, Свердловск, Һамар, Һарытау, Архангель өлкәләре һәм Ҡалмыҡ республикаһы) ингән. Әлеге ваҡытта бөтә 9 лот та активлаштырылмаған, сөнки уларҙың статусы «кире ҡағылған» тип билдәләнгән. Әммә социаль селтәрҙәрҙә Иглин районында Европанан ядро ҡалдыҡтарын күмеү ҡәберлеген урынлаштырыу буйынса лотты яңыртыуҙары тураһында хәбәрҙәр таралды. Әлеге ваҡытта быны дәлилләрлек рәсми мәғлүмәттәр юҡ. Рәсәй атомы етәкселегенән дә аңлатма алып булманы.

темалар: бр президенты