Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Шаран районында «Халыҡ бюджеты» аҡсаһына социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлдө

Йәмғиәт

Шаран районы Еремкино ауылында тантаналы шарттарҙа социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Рәил Мусин хәбәр итеүенсә, 25 миллион һумлыҡ объект «Халыҡ бюджеты» аҡсаһына төҙөлдө. Бер ҡыйыҡ аҫтында ауыл мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушер пункты, китапхана урынлашҡан.

Асыу тантанаһы халыҡ байрамына әйләнде, уға район хакимиәте башлығы Илгиз Сәмиғуллин, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Вадим Соколов, БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Әнис Алтынбаев килде.

«ГрандКапиталСтрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль подрядсыһы бер йыл самаһы ваҡыт эсендә бөтә төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡара алған.

— Еремкино халҡы һәм барлыҡ Дүртөйлө ауыл биләмәһе өсөн был күптән көтөлгән ваҡиға, — тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты урындағы хакимиәт башлығы Ләйсән Ғибәтова, — беҙҙең ағас клубыбыҙ урындағы артистарҙы ылыҡтырмай ине. Хәҙер ысын мәҙәниәт усағыбыҙ бар. Был ваҡиға Мәҙәниәт йылы алдынан булыуы, үтә лә ҡыуаныслы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть