10 декабрь, Шәмбе

12 ноябрь 2013 йыл, 10:46

«Шүлгән-Таш» мәмерйәһен һәм «Урал-батыр» эпосын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү мәсьәләһе ҡаралды

автор: Ольга Мортазина

Республика Йортонда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫының Рәсәй милли комитеты рәйесе Игорь Маковецкий менән осрашты. Яҡтар «Шүлгән-Таш» мәмерйәһе һәм «Урал-батыр» эпосы ингән «Башҡорт Уралы — Урал-батыр ере» ҡатнаш мәҙәни-тәбиғи объектын ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүҙе артабан хәл итеү мәсьәләһен тикшерҙе. 2012 йылға Рәсәй теҙмәһенә 25 атама инә.

Тәҡдим ителгән объектты өйрәнеү маҡсатында 2014 йылдың йәйендә Башҡортостанға ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара эксперттар делегацияһы киләсәк.

«Яҡтар кисекмәҫтән мәмерйә эргәһендә музей-ҡурсаулыҡ асыу зарурлығын раҫланы. Шулай уҡ Игорь Маковецкий, ҡалалар төҙөү һәм архитектура ҡомартҡыларын һаҡлау буйынса ЮНЕСКО кафедраһының Өфө филиалына практик ярҙам күрһәтеүҙәрен үтенде», — тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

темалар: юнеско