8 декабрь, Кесе йома

12 ноябрь 2013 йыл, 10:17

Башҡортостан Рәсәйҙә яңы еңел автомобилдәр һатыу буйынса алтынсы урында

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан 2013 йылдың ғинуар-сентябрендә яңы еңел автомобилдәр һатыу күләме буйынса ТОР-10 Рәсәй төбәктәренә инде һәм унда 71 мең дана күрһәткесе менән алтынсы урынды биләне. Автомобилдәр баҙарын статистик тикшереү һөҙөмтәләре «Автостат» аналитика агентлығы материалдарында бирелә.

Ун айҙа илдә 1,93 миллион яңы еңел автомобиль һатылған, был былтырғы ошо уҡ осорҙағы (2,05 миллион дана) менән сағыштырғанда 5,7 процентҡа кәмерәк.

Һәр ваҡыттағыса Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе — 275,2 мең һәм 156,5 мең яңы авто. Тәүге бишәүгә шулай уҡ Санкт-Петербург (104,9 мең), Татарстан (91,5) һәм Краснодар крайы (74) инә.

Алтынсы урынды биләгән Башҡортостан (71 мең автомобиль) ТОР-10-да Һамар (64,3), Свердловск (63,5), Ростов (54,8) һәм Силәбе (49) өлкәләренән алда бара.

Сағыштырмаса күрһәткес буйынса Башҡортостан бер тиҫтә төбәктәр араһында алда бара. Һанап кителгән ун төбәктең етәүһендә яңы автомобилдәр һатыу күләме быйыл, 2012 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, 0,8 – 11,3 процентҡа кәмегән. Башҡортостанда иһә һатыу 4,1 процентҡа артҡан.

Тәүге ун төбәк өлөшөнә илдә һатылған еңел автомобилдәрҙең яртыһынан ашыуы тура килә. Аналитиктар Свердловск, Силәбе өлкәләрендә, Ханты-Манси автономиялы округында һәм Красноярск крайында һатыу күләме уртаса баҙар күрһәткесенән кәмерәк булыуын билдәләне. «Был өлкәләрҙең баҙары ил иҡтисады торошо менән тығыҙыраҡ бәйләнгән», — тип аңлата хәлде «Автостат» аналитика агентлығының башҡарыусы директоры Сергей Удалов.