11 декабрь, Йәкшәмбе

11 ноябрь 2013 йыл, 17:40

Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө майҙанының 98 проценты йыйып алынған

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда бөгөнгө көнгә шәкәр сөгөлдөрө майҙанының 98 проценты йыйып алынған, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Уртаса уңыш гектарынан 351 центнер тәшкил итә, төбәктә яҡынса 1,829 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған. Башҡортостандың шәкәр заводтарына 1,027 миллион тонна татлы тамыраҙыҡ оҙатылған, уның 586,5 мең тоннаһы эшкәртелгән.

Министрлыҡта билдәләп үтеүҙәренсә, иң күп шәкәр сөгөлдөрөн Благовар районы аграрийҙары йыйған – 312,1 мең тоннанан күберәк. Уңыш алыу буйынса улар 23 сөгөлдөр сәсеүсе район араһында беренсе булып ҡала. Быйыл бында һәр гектарҙан уртаса 439 центнер шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған.

Бынан тыш, шәкәр сөгөлдөрөнә бүленгән майҙан ҙурлығы буйынса Әлшәй районынан ҡала Благовар районы икенсе урынды биләй – 7,1 мең гектарҙан ашыу.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда һуңғы ун йыл эсендә 2013 йылда шәкәр сөгөлдөрөнән иң мул уңыш алынған. Быға башлыса был техник культураны эшкәртеү буйынса яңы технологиялар ҡулланыу, яңы гибридлы сорттар һәм йәйҙең икенсе яртыһында яуым-төшөмдәр булышлыҡ иткән.

Төбәктең шәкәр заводтары мартҡа тиклем көсөргәнешле режимда эшләйәсәк тип көтөлә, сөнки уларҙың һәр ҡайһыһына 600 мең тонна самаһы татлы тамыраҙыҡ эшкәртергә тура киләсәк.

Аграр ведомствола билдәләүҙәренсә, республиканың был продуктҡа эске ихтыяжын тәьмин итеү өсөн 220-230 мең тонна шәкәр етерлек буласаҡ.