Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Кәрәҙле элемтә «М» категориялы федераль трассаларҙы 2014 йылға тиклем тулыһынса ҡапларға тейеш

Иҡтисад

Төп федераль автомобиль юлдары 2014 йылға тиклем кәрәҙле элемтә менән тәьмин ителергә тейеш. Был хаҡта, РФ Элемтә һәм киң коммуникациялар министры Николай Никифоровҡа  һылтанма яһап, “Яңылыҡтар” Рәсәй мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

— Беҙҙең бөтә төп транспорт коридорҙары элемтә менән мөһим тәьмин ителергә тейеш, һәм беҙҙең алда 2014 йылда «М» категорияһы федераль трассаларын тулыһынса кәрәҙле элемтә япмаһы менән тәьмин итеү бурысы тора, — тип белдерҙе Никифоров граждандарҙың һаулығын һаҡлау мәсьәләләре буйынса хөкүмәт комиссияһы ултырышында.

Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министры һүҙҙәренә ҡарағанда, база инфраструктураһына сығымдарҙы дәүләт үҙ өҫтөнә ала. Бизнес өсөн был проект килемле булмаһа ла, кәрәҙле элемтә операторҙары юлдарҙа ҡорамалдарҙы урынлаштырырға ризалаштылар.

Башҡортостан Республикаһы территорияһынан «М» категориялы федераль әһәмиәттәге ике трасса үтә – М5 «Урал» һәм М7 «Волга».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть