9 декабрь, Йома

11 ноябрь 2013 йыл, 16:56

Башҡорт ҡурайсыһы Азат Айытҡолов Мәскәүҙә оҫталыҡ класы үткәрҙе

автор: "Башинформ"

Мәскәүҙең Милләттәр йортонда Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, танылған ҡурайсы Азат Айытҡоловтың концерты уҙҙы. Мәскәүҙәге «Башҡортостан яҡташтар берлеге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы активисы Фаягөл Йоносова хәбәр итеүенсә, концерт РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Башҡортостандан Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы ярҙамында ойошторолдо. Музыкант шулай уҡ ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ класы үткәрҙе.

Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Азат Айытҡолов – күренекле музыкант, башҡорт халыҡ милли уйын ҡоралы – ҡурайҙа уйнау виртуозы. Ул күп һанлы халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе, был инструментта уйнарға өйрәтеү буйынса уникаль методика авторы. Рәсәй буйлап һәм сит илдәргә, атап әйткәндә, Европа һәм Америка илдәренә, гастролдәре ҙур уңыш менән үтә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Мәскәү тамашасыһы уның концертын беренсе тапҡыр күрҙе. Мәшһүр ҡурайсы тамашасылар иғтибарына, «Урал», «Шәүрә», «Тәфтиләү», «Йәйәүле Мәхмүт», «Перовский» көйҙәрен индереп, башҡорт музыка фольклорының бик күп әҫәрҙәрен тәҡдим итте.

Тамашасылар, улар араһында «Башҡортостан яҡташтар берлеге» ағзалары байтаҡ булды, Өфө артисының сығышын бик йылы ҡабул итте. Уларға шулай уҡ ҡурай тураһында фильм күрһәтелде. Мәскәү Милләттәр йорто сәхнәһендә үткән был концертта шулай уҡ  Мәскәүҙең «Алтын ай» бейеү ансамбле һәм Мәскәү студенттарының «Саптар» үҙешмәкәр ҡурайсылар ансамбле сығыш яһаны. Унда ҡатнашыусылар концертҡа тиклем һәм унан һуң да, бер нисә көн дауамында виртуоз-музыканттан оҫталыҡ дәрестәре алды. Уҙған аҙнала республиканың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге бинаһында Азат Айытҡолов үткәргән ҡурайҙа уйнау оҫталыҡ кластарында теләүселәрҙең барыһы ла ҡатнаша алды.  Был дәрестәр мәскәүлеләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын Башҡортостандың бай һәм үҙенсәлекле милли мәҙәниәте менән таныштырыуҙың беренсе уникаль тәжрибәһе булды.