Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Йәш парламентарийҙар өс йылға һайланасаҡ

Сәйәсәт

Республика парламентының Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты ултырышында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы тураһындағы Положениеға үҙгәрештәр индереү тураһында» ҡарар проекты ҡаралды. Был документ Рәсәй субъекттарының йәштәр парламенттары тәжрибәһен  өйрәнеү нигеҙендә Йәштәр палатаһы эшмәкәрлеген камиллаштырыуға йүнәлтелгән.  

Уға ярашлы, Йәштәр йәмәғәт палатаһы вәкәләтлеге срогын ике йылдан өс йылға тиклем оҙайтыу күҙ уңында тотола. Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы итеп 30 йәшкә тиклемге граждандар һайлана ала.  Положениеның ғәмәлдәге редакцияһында Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы булып 35 йәшкә тиклемге граждандар һайлана ала ине.

Бынан тыш, вәкәләтле составта беренсе ултырыш ул ойошторолған көндән алып ике ай эсендә үткәрелергә тейеш. Элекке Положениеға ярашлы беренсе ултырыш бер ай эсендә үткәрелергә тейеш ине.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть