Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

«Ижад» галереяһында «Башҡорт мәҡәлдәрен һәм әйтемдәрен» күреп була

Мәҙәниәт

М. Нестерев исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының «Ижад» күргәҙмә залы алдынғы башҡорт рәссамдәренең береһе Камил Ғөбәйҙуллиндың күргәҙмәһен тәҡдим итә. «Башҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәре» серияһы ретушь ҡәләме менән төшөрөлгән 60 рәсемде үҙ эсенә ала. Рәссам аңлатыуынса, серияның концепцияһы халыҡтың тәрән аҡылын һынлы сәнғәт сараһы ярҙамында һүрәтләү, милли образлы фекерләү үҙенсәлеген һынландырыу теләгенән килеп сыға.

Ишембай, хәҙер инде Өфө оҫтаһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Камил Ғөбәйҙуллин Өфө сәнғәт академияһы Һынлы сәнғәт факультетының станок графикаһы оҫтаханаһын ун йыл етәкләй, тинеләр РБ Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Күргәҙмә 14 ноябрҙә асыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть