9 декабрь, Йома

11 ноябрь 2013 йыл, 14:05

Милли йәштәр театрына яңы директор тәғәйенләнде

автор: Эльмира Сабирова

Дүшәмбе, 11 ноябрҙә, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры коллективын яңы директор — Флүр Саламатов менән таныштырҙылар, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.

Флүр Билал улы Саламатов 1971 йылдың 21 ғинуарында Башҡортостандың Хәйбулла районы Байғусҡар ауылында тыуған. 1998 йылда Сибайҙа Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай.

1994 йылдан 1997 йылға тиклем Сибай дәүләт филармонияһында һөйләү жанры артисы булып эшләй.

Төрлө йылдарҙа Стәрлебаш районы прокурор ярҙамсыһы, юрисконсульт, «Башҡортостан энциклопедияһы» Ғилми нәшриәте директорының административ-хоҡуҡ эше буйынса урынбаҫары, коммерция эше буйынса урынбаҫары, Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығының территориялар һәм кадрҙар менән эшләү буйынса урынбаҫары, БР Үҙәк һайлау комиссияһы аппараты даими нигеҙендә Нефтекама территориаль һайлау комиссияһы рәйесе вазифаларын биләй.

2004 йылдан 2007 йылға тиклем Нефтекама дәүләт филармонияһын етәкләй.

2011 йылдан 2013 йылға тиклем  Өфөнөң Орджоникидзе районы ЗАГС бүлеге начальнигы урынбаҫары була.