5 декабрь, Дүшәмбе

11 ноябрь 2013 йыл, 13:32

Стәрлетамаҡ – Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы

автор: Ғәлиә Нәбиева

РФ Төбәктәр үҫеше министрлығында 2012 йылдың һөҙөмтәләре буйынса «Рәсәйҙең иң төҙөкләндерелгән ҡала (ауыл) биләмәһе» исеменә бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Стәрлетамаҡ 100 мең һәм унан күберәк халыҡ йәшәгән ҡала округтары араһында Рәсәйҙә иң төҙөкләндерелгән ҡала тип танылған. Бүләкләнеүселәр иҫәбенә Октябрьский ҡалаһы ла ингән.

Конкурста төрлө алты категорияла (өсөһө – төрлө иҫәп менән ҡалалар буйынса, өсөһө – ауыл биләмәләре буйынса) 85 муниципаль берәмек ҡатнашҡан. Конкурстың бүләкләү фонды 100 миллион һум тәшкил иткән.

Ведомствоның бойороғона ярашлы, бер нисә ҡала биләмәһе (ҡала округы) 2012 йылда торлаҡ-коммуналь хужалығын үҫтереү һәм муниципаль берәмектең төҙөклөгөн яҡшыртыу буйынса эштәрҙе яҡшы башҡарған өсөн Төбәктәр үҫеше министрлығының почет дипломдары менән билдәләнгән.

Торлаҡ-коммуналь хужалығын үҫтереү һәм муниципаль берәмектәрҙең төҙөклөгөн яҡшыртыуға  тос өлөш индергәндәре өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы – Алексей Изотов, Октябрьскийҙан – Сергей Молчанов һәм БР мосолмандар Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.