9 декабрь, Йома

11 ноябрь 2013 йыл, 13:19

18 ноябрҙән «Башавтотранс» автобустарында юл йөрөү хаҡы арта

автор: Розалия Вәлиева

«Башавтотранс» ҡала автобустарында йөрөү 18 ноябрҙән 3 һумға ҡиммәтләнәсәк: ҡулаҡсаһыҙ түләү буйынса билет хаҡы 15 һум тәшкил итәсәк, ә ҡулаҡса менән түләгәндә – 18 һум, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директорының пассажирҙар йөрөтөү буйынса урынбаҫары Сергей Паскин.

Әйтергә кәрәк, шәхси маршрут таксийы водителдәре лә хаҡтарҙы күтәрҙе. Мәҫәлән, «Пазик»тарҙа юл йөрөү хаҡы хәҙер 20 һум тора.

— Дәүләт автобустарында йөрөүгә тариф сиген Башҡортостан Хөкүмәте 2008 йылда уҡ билдәләгәйне – улар ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә 18 һумға тиң һәм карта менән түләгәндә 15 һумға тиклем, — тип аңлатты «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының финанс директоры Алексей Митрофанов. — Бер пассажирҙы йөрөтөүҙең үҙҡиммәте, яғыулыҡҡа хаҡтарҙың артыуын иҫәпкә алғанда, 19 һумға яҡынлаша.

Һуңғы тапҡыр хаҡтар 2012 йылдың 10 майында артҡайны. Шул ваҡыттан алып транспорт картаһы буйынса түләү 12 һум торҙо, унан алда артҡанға тиклем 8 һум 40 тин ине. Ҡулаҡса менән түләгәндә юл йөрөү хаҡы 15 һум тәшкил итте.