Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика президенты «Миәкә балыҡ компанияһы» цехында булды

Сәйәсәт

Республика президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында шулай уҡ Йәрлекәү ауылындағы Миәкә балыҡ компанияһы цехын ҡараны.

Предприятие диңгеҙ аҙыҡтарын һәм балыҡтарын эшкәртеү, тоҙлау, консервалау менән шөғөлләнә, диңгеҙ продукттары һәм үҙҙәре етештергән ярым фабрикаттарҙы һата. Һыуыҡ көйөнсә ыҫланған балыҡ продукттары етештереү өсөн Мәскәү, Санкт-Петербург, Мурманск һәм Приморье крайынан килтерелгән сеймал ҡулланыла. Әҙер продукция Башҡортостанда, Силәбе өлкәһендә, Урмуртияла һатыла. Башҡа төбәктәрҙе өйрәнеү буйынса эш алып барыла. 500-ҙән ашыу предприятие, ойошма, учреждениелар һәм шәхси кешеләр ҡулланыусылар булып тора. Предприятие заманса яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған, яңыраҡ эшҡыуарҙар ике мең тонна продукцияға иҫәпләнгән һыуытҡыс камера һатып алған. Айына бында 200 тонналап диңгеҙ аҙыҡтары һәм балыҡ эшкәртелә. Компанияла 42 кеше эшләй, уртаса эш хаҡы 17-18 мең һум.

Президент етештереүҙең тулы технологик сылбыры менән танышты: тоҙлау һәм ыҫлауҙан башлап, әҙер продукцияны төрөүгә тиклем. Рөстәм Хәмитов тауарҙың ниндәй бренд аҫтында һатылыуы менән ҡыҙыҡһынды. Әлеге ваҡытта компанияның «брендбуг»ы эшләнелә, ә продукция «Миәкә балыҡ компанияһы» маркаһы менән таратыла, тине предприятие директоры Рөстәм Байтурин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть