8 декабрь, Кесе йома

11 ноябрь 2013 йыл, 12:02

Рөстәм Хәмитов Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы яңы спорт комплексын ҡараны

автор: Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов 9 ноябрҙә Миәкә районы буйынса эш сәфәре барышында Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы яңы спорт сәләмәтләндереү комплексын ҡараны.

Спорт-сәләмәтләндереү комплексын төҙөү 2012 йылдың ғинуарында башланғайны, эштәр ике йыл самаһы барҙы.

Дөйөм 4450 квадрат метр майҙанлы өс ҡатлы бина эсендә гимнастика күнекмәләре, волейбол, баскетбол, теннис һәм мини футбол өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырылған спорт залдары урынлашҡан.

Проекттың дөйөм хаҡы 118 миллион һум тәшкил итте, уның 92 миллионы – республика бюджетынан, ә 25 миллион һумы ҡорамалдар алыу өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Физкультура сәләмәтләндереү комплекстары төҙөү» социаль проекты сиктәрендә РФ бюджетынан бүленгән.

Әйтергә кәрәк, Миәкә спорт сәләмәтләндереү комлексын төҙөүгә сығымдар аҙ киткән: бинаның бер квадрат метрын төҙөү 21 мең һумға төшкән – был Башҡортостанда спорт сәләмәтләндереү комплекстары төҙөлөштәре өсөн иң арзан хаҡ. Шул уҡ ваҡытта арзанлыҡ башҡарылған эштәрҙең сифатында сағылмаған.

Рөстәм Хәмитов көрәш залында булды, унда был ваҡытта күнекмәләр бара ине – ноябрҙә яңы спорт комплексы базаһында көрәш буйынса республика чемпионаты уҙасаҡ. Көрәш буйынса тренерға Рөстәм Хәмитов профессиональ көрәш келәмдәре алыу өсөн сертификат тапшырҙы. Шулай уҡ президент территорияның тирә-яғын ҡарап, башҡарылған төҙөкләндереү эштәре менән ҡәнәғәт ҡалды. Рөстәм Хәмитов спорт ҡоролмаһын юғары баһаланы: «Комплекс бик күркәм һәм ыҡсым килеп сыҡҡан», — тине ул.

Шулай уҡ төбәк башлығы урындағы халыҡ менән һөйләште. Миәкәләр республика президенты менән урамдарҙы яҡтыртыу, юлдар һалыу һәм төҙөкләндереү, социаль-мәҙәни-көнкүреш учреждениелары эше мәсьәләләре буйынса фекер алышты.