8 декабрь, Кесе йома

11 ноябрь 2013 йыл, 9:40

Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстан менән бәйләнештәрҙе юлға һала

автор: «Башинформ» | фото: пресс-служба офис-группы ШОС БРИКС Уфа-2015

Башҡортостан делегацияһы X Рәсәй-Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнаша. Сара 10 ноябрҙә Екатеринбургта асылды. Форумда Ҡаҙағстан һәм Рәсәй президенттары ҡатнашыуы көтөлә.

Республика делегацияһы составында: БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы Тулы хоҡуҡлы Вәкиленең беренсе урынбаҫары Рөстәм Вилданов, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Павел Бармин, «ШОС БРИКС офис-төркөмө «Өфө-2015» автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы директоры Руслан Мирсаяпов, Башҡортостан Республикаһы Территориаль үҫеш буйынса агентлығының территориаль үҫеш бүлеге начальнигы Альберт Маликов һәм башҡалар.

Өфөләге ШОС БРИКС офис-төркөмө матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Елена Арямнова хәбәр итеүенсә, Форум программаһына ярашлы, «Сәнәғәт кооперацияһы» төбәк күргәҙмәһен асыу үткәрелде, унда Башҡортостан Республикаһына арналған экспозиция күрһәтелде. Был сарала бөтәһе Рәсәй Федерацияһының 20 субъекты һәм Ҡаҙағстандың 16 төбәге ҡатнашасаҡ. 50-ләп предприятие үҙ эшкәртмәләрен һәм продукцияһын күрһәтәсәк. Программаның эшлекле өлөшөндә Рәсәйҙең 40 һәм Ҡаҙағстандың 40 предприятиеһы ҡатнаша, унда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар һаны – 1500 самаһы.

Программала Рәсәй-Ҡаҙағстан эшлекле советының сик буйы хеҙмәттәшлегенә арналған киңәйтелгән ултырышы планлаштырылған. Халыҡ-ара һәм төбәк-ара Рәсәй-Ҡаҙағстан сәнәғәт кластерҙары төҙөү, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан предприятиеларының үҙ-ара транспорт-логистик эшмәкәрлеген үҫтереү мәсьәләләре ҡараласаҡ.

11 ноябрҙә күргәҙмә эше менән РФ Президенты Владимир Путин һәм Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Нурсолтан Назарбаев танышасаҡ, тип көтөлә. Рәсәй Федерацияһы менән Ҡаҙағстан араһында XXI быуатта күршеләрсә татыу мөнәсәбәттәр ҡороу тураһында ике яҡлы килешеүгә, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте менән Ҡаҙағстан Республикаһы  Хөкүмәте араһында Яҙғы-Аралчи баҡыр колчеданы ятҡылығын үҙләштереү мәсьәләләре буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов Форумдың һуңғы пленар ултырышында ҡатнашасаҡ, унда ике көнлөк эшкә йомғаҡ яһаласаҡ. Ултырышта ике илдең 200-ләп рәсми кешеһе ҡатнашасаҡ.

«ШОС БРИКС офис-төркөмө «Өфө-2015» автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы департаменты начальнигы Гөлләриә Ялсыҡаева менән Өфө ҡала округы хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Урал Килсенбаев «XXI быуатта лидерлыҡ һәм инновациялар: Рәсәй һәм Ҡаҙағстан партнерлығы сиктәрендә киләсәккә ҡараш» Рәсәй — Ҡаҙағстан Йәштәр форумында ҡатнашыу өсөн саҡырылған. Осрашыуҙа Евразия йәштәр парламентын ойоштороу тураһында һүҙ алып барыласаҡ.