Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Рәсәй гимны дәүләт байрамдары көндәрендә тантаналы бөтә мәктәп линейкаларын асасаҡ

Сәйәсәт

Рәсәй Дәүләт гимны яңы уҡыу йылы башының тәүге дәресе алдынан, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль байрамдарға арналған тантаналы саралар барышында, милекселек формаһына ҡарамаҫтан, бөтә дөйөм белем биреү һәм һөнәри белем биреү ойошмаларында башҡарыласаҡ. Дәүләт флагы һәм гимны тураһында закондар статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһындағы был закон проектын Думаға Рәсәй Президенты Владимир Путин индерҙе.

Проект мәғариф өлкәһендә дәүләт сәйәсәтенең мөһим принциптарының береһе – гражданлыҡ һәм ватансылыҡ тәрбиәләүҙе – тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.

Төҙәтмәләр шулай уҡ, ниндәй милекселек формаһына ҡарауына ҡарамаҫтан, дөйөм белем биреү ойошмалары биналарында Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагы даими эленеп торорға тейешлеген билдәләй. Белем биреү учреждениеларында күп кеше ҡатнашлығында уҙғарылған саралар (шул иҫәптән спорт һәм физик сәләмәтләндереү) барышында Дәүләт флагын күтәрәсәктәр.

Бынан тыш, әгәр әлеге ваҡытта һәйкәлдәр һәм иҫтәлекле билдәләрҙе асҡан саҡта, шулай уҡ дәүләт байрамдарына арналған тантаналы йыйылыштарҙы асҡан һәм япҡан ваҡытта Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гимнын башҡарыу теләк буйынса ғына үтәлһә, закон проекты бындай осраҡтарҙа был талаптың мотлаҡ үтәлешен талап итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть