10 декабрь, Шәмбе

08 ноябрь 2013 йыл, 18:10

Рөстәм Хәмитов: “Минең өсөн ауыл хужалығы – төп өҫтөнлөк”

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 8 ноябрҙә республика агросәнәғәт комплексының иң яҡшы вәкилдәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

— Бөгөн беҙ агросәнәғәт өлкәһендә тырышып эшләүселәрҙе хөрмәтләйбеҙ. Беҙҙең ауыл хужалығы Рәсәйҙә алдынғыларҙың береһе булып тора, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығының һәм эшкәртеү сәнәғәтенең 40 алдынғы хеҙмәткәрен наградлау тантанаһында. — Беҙ был алдынғы позицияларҙы  һаҡлау өсөн күп эшләйбеҙ. Кешеләргә был ҡатмарлы һәм бик яуаплы тармаҡта яңы башланғыстарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итергә тырышабыҙ.  

Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, «проекттар һәм пландарыбыҙ беҙҙең бик ҙур» һәм «мин һәр ваҡыт,  минең өсөн ауыл хужалығы — төп өҫтөнлөк, тип әйттем һәм әйтәсәкмен».

Һуңғы ике-өс йылда  республикала агросәнәғәт производствоһында мегапроекттарҙы тормошҡа ашырыу башланды. Планда — эшмәкәрлектең был төрөн арттырыу, шул уҡ ваҡытта урта кимәлдәге производстволар тураһында ла оноторға ярамай.

— Фермерҙарға ярҙам итергә кәрәк. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар барыһын да борсоған тема булып ҡала. Бер яҡтан, бындай хужалыҡтарҙа бик күп кеше мәшғүл, икенсе яҡтан — беҙ кешеләрҙе техника, машиналар, механизмдар һәм заманса технологиялар менән тәьмин итеү яғынан бында бер нисек тә новациялар индерә алмайбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Алдынғы аграрийҙар иҫәбендә — Бәләбәй районының «Сулпан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Урал Нәбиуллин, «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» билдәһенә лайыҡ булды.

— Мин тәүге тапҡыр шундай награда алам һәм быға үтә шатмын, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә Урал Нәбиуллин, уның ауыл хужалығында эшләү тәжрибәһенә 20 йылдан ашыу. — Бөгөнгө награда — һис шикһеҙ, беҙҙең бөтә коллективтың тырышлыҡ һөҙөмтәһе.

Урал Нәбиуллин әйтеүенсә, ул ете йыл етәкләгән ауыл хужалығы предприятиеһы игенселек һәм һыйыр малы аҫырау менән шөғөлләнә. Хужалыҡта 300 һыйыр, 50 баш ат һәи 2,5 мең гектар сәсеү майҙаны иҫәпләнә.

— Беҙ киләсәккә ышанып йәшәйбеҙ. Ауыл хужалығы йылын предприятие яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамланы. Уңыш, орлоҡтар, аҙыҡ-түлек игене бар, һөт тә етерлек кимәлдә, — тип һөйләне ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе.