Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә ҡулланыу хаҡтары индексы октябрҙә 100,5 процент тәшкил итте

Иҡтисад

Башҡортостанда октябрь айында тауарҙарға һәм хеҙмәтләндереүҙәргә ҡулланыу хаҡтары индексы 100,5 процент тәшкил итте, йыл башынан алып осорҙа — 104,9 процент, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Дөйөм алғанда, Рәсәй буйынса инфляция күрһәткестәре 100,6 һәм 105,3 процент кимәлендә.

Волга буйы федераль округында йыл башынан алып ҡулланыу хаҡтары индексы Ырымбур өлкәһендә – 104,8 процент һәм Киров өлеәһендә – 106,5 процент.

Октябрҙә аҙыҡ-түлек һиҙелерлек ҡиммәтәйҙе. Һөҙөмтәлә республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар индексы 101 процент самаһы тәшкил итте. Картуфты индереп, йәшелсә-емешкә хаҡтар бер юлы 3 процентҡа күтәрелде.

Аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарға хаҡтар индексы октябрҙә — 100,6 процент, хеҙмәтләндереүҙәргә  99,6 процент тәшкил итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть