6 декабрь, Шишәмбе

08 ноябрь 2013 йыл, 15:49

Өфөлә «Йәштәр профсоюздар өсөн!» сараһы үткәрелә

автор: Людмила Терновая

9 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеүгә ярашлы, халыҡ араһында, атап әйткәндә, йәштәр араһында профсоюз хәрәкәтен популярлаштырыу маҡсатында «Йәштәр профсоюздар өсөн!» сараһы үткәрелә.

Уны БР Профсоюздар федерацияһының Йәштәр советы ағзалары, шулай уҡ  профсоюз активистары ойоштора.

Сара БР Профсоюздар федерацияһының Йәштәр советы ойошторолоуға 10 йыл тулыуға арнала.  

Акция Профсоюздар йорто алдындағы майҙанда сәғәт 12-лә үтәсәк.