4 декабрь, Йәкшәмбе

08 ноябрь 2013 йыл, 15:27

Бешкәктә төрки телле илдәрҙең III Медиа форумы асылды

автор: Әлим Фәйезов

Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Бешкәктә йома, 8 ноябрҙә, төрки телле илдәрҙең медиа-форумы асылды. Унда Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Молдова составындағы Гагаузия Автономиялы Республикаһы, Украина составындағы Ҡырым Автономиялы Республикаһы һәм башҡа илдәрҙән һәм төбәктәрҙән киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм журналистары ҡатнаша. Рәсәй исеменән төрки телле республикалар – Башҡортостан, Татарстан, Ҡарасәй-Черкес һәм башҡа төбәк журналистары ҡатнаша, шул иҫәптән «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире урынбаҫары Алик Шакиров, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының матбуғат сәркәтибе Ләйлә Ишморатова.

Форум Төркиә Республикаһының Баш матбуғат һәм мәғлүмәт идаралығының генераль директоры Морат Ҡараҡай, Әзербайжан Матбуғат советы рәйесе һәм Төрки телле илдәр һәм төбәктәр медиа-платформаһы рәйесе Әфләтүн Амашов, ТӨРКПА генераль сәркәтибе Жандос Асанов,  Ҡырғыҙстандың мәҙәниәт, мәғлүмәт һәм туризм министры Солтан Раевтың тәбрикләү сығыштары менән башланды.

Ике көнлөк программала дүрт ултырыш үткәреү планлаштырылған: «Технологик үҙгәрештәр сағылышы булараҡ яңы медиалар»; «Төрки донъяның киләсәк киң мәғлүмәт саралары: Яңы медиа-инструменттар һәм социаль медиалар йоғонтоһо»; «Киң мәғлүмәт саралары этикаһы контексында яңы медиалар»; «Башҡарылған эштәрҙе баһалау һәм форумға йомғаҡ яһау».

Форумда традицион киң мәғлүмәт сараларын яңы медиа-ресурстарға үҙгәртеп ҡороу процестарын тикшереү күҙаллана. Киң мәғлүмәт сараларын формалашыуға яңы технологияларҙың нисек тәьҫир итеүе, «яңы технологиялар» термины нимә аңлатыуы, ни өсөн социаль медиа-стратегиялар шул тиклем мөһим булыуы, йәмғиәттең мәғлүмәт менән ҡуллана алыу хоҡуғы менән контент эшләүгә авторлыҡ хоҡуғын яҡлау араһында нисек баланс һаҡлап ҡалырға мөмкин, дәүләт учреждениеларының матбуғат хеҙмәттәре эшенә яңы медиа йоғонтоһо нисек сағыласаҡ – ошо мәсьәләләр хаҡында һөйләшеү алып барыласаҡ.