11 декабрь, Йәкшәмбе

08 ноябрь 2013 йыл, 14:20

Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина «Parlamentarium» фекер алышыу клубына старт бирҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ҡарамағындағы «Parlamentarium» фекер алышыу клубы үҙ эшен Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина менән осрашыуҙан башланы. Клубта ҡатнашыусылар өсөн федераль һәм төбәк парламентарийҙары, Башҡортостандан сенаторҙар, республика дәүләт власы органдары етәкселәре менән осрашыуҙар планлаштырылған.

Ватан тарихындағы мөһим ваҡиға – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм Федераль Йыйылыштың 20 йыллығы алдынан депутат студенттар һәм уҡытыусылар алдында сығыш яһап, илдең төп ҡануниәт органы эшмәкәрлегендәге төп темаларҙы: уның барлыҡҡа килеү тарихын, составын һәм хәҙерге заман структураһын – күтәрҙе. Зөһрә Рәхмәтуллина Федераль Йыйылыш палаталары эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәре, Дәүләт Думаһы комитеттары һәм комиссияларының эше, закондар сығарыу, вәкәләттәр һәм халыҡ-ара эшмәкәрлеге, Башҡортостандан депутаттарҙың эштәре тураһында ентекле һөйләне.

Ил һәм Башҡортостан тормошонан билдәле факттарға һәм миҫалдарға, закондар сығарыу эшмәкәрлегендә үҙ тәжрибәһенә таянып, парламентарий ил парламентында, иң элек, үҙ төбәген кәүҙәләндереүсе депутаттың эш үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Закондар тыуҙырыу эшмәкәрлегенән тыш, парламентарийҙар комитеттарҙа эш алып бара, төбәк халҡы проблемаларын хәл итә.

— Беҙ шулай уҡ башҡа дәүләт парламентарийҙары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса төркөмдәргә инәбеҙ, — тип билдәләне депутат. — Ҡайҙа ғына булһаҡ та, һәр саҡ үҙ сығыштарыбыҙҙа республикабыҙ тәжрибәһенә таянырға тырышабыҙ, сөнки ул илдең үҙенсәлекле белем биреү системаһына, күп милләтле һәм күп конфессиялы мәҙәниәткә, үҫешкән инфраструктураға эйә булған, инвесторҙар өсөн асыҡ һәм йәлеп итеүсән тотороҡло һәм үҫешкән төбәктәренең береһе.

Үҙенең сығышында депутат Дәүләт Думаһы тарафынан ҡабул ителгән ғаиләне, балалыҡты, йәштәрҙең, мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең рухи һәм физик һаулығын яҡлауға йүнәлтелгән, ил граждандандары өсөн мөһим булған закондарға ла ҡағылып үтте. Депутат илдәге ижтимағи-сәйәси хәл, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы, белем алыу мөмкинлеге, армияның һуғышҡа һәләтлелеге, ситкә нефть һатыусы илдә яғыулыҡҡа хаҡтар ни өсөн юғары булыуы менән  ҡыҙыҡһынған аудиторияның күп һорауҙарына яуап бирҙе.

Зөһрә Рәхмәтуллинаның фекеренсә, буласаҡ идарасылар, етәкселәр һәм юристар менән бындай осрашыуҙар – студенттарҙың сәйәси аң даирәһен киңәйтеү генә түгел, ә ғөмүмән, депутаттарға уйланыу өсөн «аҙыҡ»: яңғыраған күпселек һорауҙар ҡайһы бер закондарҙың еренә еткереп эшләнмәүе йәки булған проблемаларҙы хәл итеү өсөн әлеге норматив базаның етерлек булмауы тураһында һөйләй.

— Заман йәштәре тәнҡитсел, ҡыҙыҡһыныусан, йәштәргә хас максималлек менән ысынбарлыҡҡа анализ яһай һәм үҙ позицияһын белдерә, һәм был ҡыуандыра, — тип билдәләне депутат. — Фекер алышыу клубы – ул йәштәрҙең сәйәси мәҙәнилеген үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе уңышлы «педагогик табыш».