Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Идаралыҡ кадрҙары әҙерләү буйынса Президент программаһының 16 йыллығын билдәләйәсәктәр

Йәмғиәт

БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында 15 ноябрҙә идаралыҡ кадрҙары әҙерләү буйынса Президент программаһының 16 йыллығына арналған форум үткәрелә. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте, БР Иҡтисади үҫеш министрлығы, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, ӨДАТУ, Президент программаһын тамамлаусылар ассоциацияһы вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Форум секциялар форматында үткәреләсәк, унда Башҡортостан Республикаһындағы иң яҡшы бизнес практикалары өс төп йүнәлештә ҡараласаҡ: һөҙөмтәле ассессмент технологиялары һәм бизнес-командалар мотивациялары, проект эшмәкәрлеге, эшлекле кеше имиджын булдырыу.

Шулай уҡ был көндө халыҡ хужалығы тармаҡтары өсөн идара итеүсе кадрҙар әҙерләү Президент программаһының 16 йыллығына арналған Президент балы үтәсәк. Унда БР Хөкүмәтенең юғары вазифалы кешеләре, республика дәүләт власы органдары вәкилдәре, белем биреү учреждениелары, профессиональ ассоциациялар етәкселәре, сит ил ҡунаҡтары, журналистар, эшлекле кешеләр ҡатнашасаҡ, тип планлаштырыла. Программала  — ҡотлауҙар, тамамлаусыларҙың уңышлы проектарын презентациялау, музыка коллективтары сығышы, приздар уйнатыу, flashmob.

Форум академияның конференциялар залында (Өфө, Зәки Вәлиди урамы, 40) 14 сәғәттә башлана. Президент балы EVENT HALL NEBESA (Клуб «RAЙ») майҙансығында үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть