4 декабрь, Йәкшәмбе

08 ноябрь 2013 йыл, 11:53

Төбәктән суд приставы Рәсәй Мөфтөйҙәр Советы рәхмәтенә лайыҡ булды

автор: Сергей Захаров

Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының Нуриман районы бүлегенән суд эшмәкәрлегенең билдәләнгән тәртибен тәьмин итеү буйынса суд приставы Данил Минһазов хәйриә эшмәкәрлеге, Ватаныбыҙҙың рухи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм арттырыу буйынса әүҙем эш алып барғаны өсөн Рәсәй Мөфтөйҙәр Советынан рәхмәт хаты алды. Шул рәүешле уның Нуриман районы Ҡыҙыл Яр ауылында мәсет төҙөлөшөнә индергән тос өлөшө билдәләнде, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Данил Минһазов әйтеүенсә, төҙөлөшкә рөхсәт алыу буйынса бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар тыумаған. 2008 йылдың 11 июлендә эшкә тотоналар. Мәсет йәмәғәтселек аҡсаһына төҙөлгән. Бөтәһе лә ярҙам итә: эшҡыуарҙар, уҡытыусылар, судьялар, пенсионерҙар һәм башҡа ауыл халҡы.

Хәҙер мәсеттә, традицион мосолман йолаларынан тыш, бәлиғ булмаған балаларын ҡарауға алимент түләү тураһында рәсми ҡағыҙ алған кешеләр менән әңгәмәләр үткәрелә.