Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов мәғлүмәти технологияларҙы ҡулланыу буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын һәм тормош сифатын яҡшыртыу өсөн мәғлүмәти технологияларҙы ҡулланыу буйынса Рәсәй Хөкүмәте комиссияһы ултырышында ҡатнашты. Видеоконференция режимында уны Хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведев алып барҙы. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса ведомство-ара үҙ-ара килешеп эш итеүҙе электрон вариантта ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.

Дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙе электрон төргә күсереү бик аҡрын бара, тип билдәләне Дмитрий Медведев.

Ул шулай уҡ, кешеләрҙе күп тапҡыр шәхси мәғлүмәттәр биреүҙән һәм әйләнгән һайын теркәүҙәрҙән арындырырға кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Дмитрий Медведев һүҙҙәре буйынса, ведомство-ара үҙ-ара килешеп эш итеүҙе электрон вариантҡа күсереүгә ҡарамаҫтан, ведомстволар граждандарҙан белешмәләр һәм документтар талап итеүҙәрен дауам итә, шул уҡ ваҡытта быларҙы улар үҙҙәре лә башҡа ведомстволарҙан ала ала, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть