6 декабрь, Шишәмбе

08 ноябрь 2013 йыл, 10:52

Башҡортостан Президенты Великобританияның рәсми делегацияһы менән осрашты

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Великобритания рәсми делегацияһы ағзалары менән осрашты. Делегация составына Великобританияның Рәсәйҙәге Илселеге, Великобританияның Екатеринбургтағы Генераль консуллығы һәм 18 иң ҙур компанияһы вәкилдәре ингән. Улар араһында – Deloitte & Touche CIS, Ernst & Young, KPMG, Pilz Automation Technology Safe, GlaxoSmithKline, ICHARM и Aggreko.

Британия компанияларын презентациялау барышында Рөстәм Хәмитов, Башҡортостанда уңышлы инвестиция климаты булдырылған, тип билдәләне. Дөйөм алғанда, республикала 110-дан ашыу проект тормошҡа ашырыла, уларҙың дөйөм хаҡы 21 миллиард долларға етә.

— Беҙ инвесторҙарға бик ҙур льготалар бирәбеҙ, административ барьерҙарҙы мөмкин тиклем кәметергә тырышабыҙ. Һәм был һиҙелерлек һөҙөмтә бирә, — тине Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, Башҡортостан предприятиеларының Британия компаниялары менән хеҙмәттәшлеге ярайһы уҡ әүҙем үҫешә. Мәҫәлән, былтыр Башҡортостан менән Великобритания араһында тауар әйләнеше 150 миллион долларҙан ашып китте, был сумманың 90 проценты самаһы – беҙҙең экспорт, башлыса, нефть һәм нефть продукттары.

Артабан хеҙмәттәшлек өсөн варианттар сифатында Башҡортостан Президенты нанотехнология, юғары аныҡлыҡта металл эшкәртеү мөмкинлеге биреүсе станоктар етештереү һәм һаулыҡ һаҡлау кеүек йүнәлештәрҙе тәҡдим итте.

— Һис шикһеҙ беҙҙә инглиз телен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә, был йүнәлештә лә эште әүҙемләштерергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.

Осрашыуҙа Великобританияның Рәсәйҙәге Илселеге башлығы урынбаҫары  Денис Киф билдәләүенсә, Великобританияның эшлекле даирәләре сәфәре «Башҡортостан менән Великобритания араһында коммерция мөнәсәбәттәрен юлға һалыуға ярҙам итәсәк».

— Великобритания Хөкүмәте халыҡ-ара сауҙа бәйләнештәрен артабан үҫтереүҙе үҙ өҫтөнлөктәренең береһе тип иҫәпләй. Төбәкте беҙ осраҡлы ғына һайламаныҡ. Беҙ, Башҡортостан – иҡтисади ҡеүәте һәм халыҡ-ара бизнес өсөн мөмкинлектәре яғынан Рәсәйҙең иң мөһим төбәктәренең береһе, тип иҫәпләйбеҙ. Великобритания иҡтисадтың төрлө өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Был сәфәр Британия һәм Башҡортостан компаниялары араһында иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итер, тип ышанам.  

Великобританияның Екатеринбургтағы Генераль консулы Нил Сэмпл фекеренсә, партнерлыҡ хеҙмәттәшлеген әүҙем үҫтереүгә «республикалағы эшлекле климаттан бигерәк, Башҡортостан тураһында мәғлүмәт етешмәүе» ҡамасаулай.

— Беҙҙең бурыс был мәғлүмәтте Британияның  мөмкин тиклем күберәк бизнесмендарына еткереүгә ҡайтып ҡала, — тип билдәләне Нил Сэмпл.

— Беҙ Великобританияның эшлекле даирәләр вәкилдәре республикабыҙҙа тағы ла күберәк булыуы яҡлыбыҙ, — тип Генконсулды хупланы Рөстәм Хәмитов.