10 декабрь, Шәмбе

07 ноябрь 2013 йыл, 18:00

Эске эштәр министрлығы ветерандары йәш полицейскийҙарҙы бүләкләне

автор: Ольга Мортазина

Һөнәри байрамдары алдынан Өфөлә БР буйынса Эске эштәр министрлығының Ветерандар советы премияһы лауреаттарын ҡотланылар. Премияны булдырыуға ун ике йыл: 2001 йылда милиция ветерандары иң яҡшы йәш хеҙмәткәрҙәрҙе дәртләндерергә ҡарар итә. Шунан алып йыл һайын юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне, эске эштәр органдарында намыҫлы хеҙмәт иткәне һәм хеҙмәт эшмәкәрлегендәге профессионаллеге  өсөн ун полиция хеҙмәткәренә Эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәр ветерандар ойошмаһының премияһы лауреты исеме бирелә. Бүләкләнеүселәр араһында – СОБР һәм ОМОН яугирҙары, тәфтишсе, участковый, һаҡ һәм юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре. Премияны БР Эске эштәр бүлеге һәм эске ғәскәрҙәрҙең Ветерандар советы президиумы рәйесе урынбаҫары Венер Ғәзиев тапшырҙы.

«Был йола быуындар араһында бәйләнеште өҙмәүгә йүнәлтелгән. Бөгөн 16 меңдән ашыу хеҙмәткәр йәштәр менән үҙтәжрибәһен уртаҡлашыуын дауам итә», — тине отставкалағы милиция генерал-майоры. Республикала уңышлы башланған традиция башҡа төбәк ветеран ойошмаларында ла ҡулланыла. Ветерандар тарафынан йәш хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләү сараһы хәҙер инде  Рәсәй Эске эштәр министрлығының һәр территориаль органында уҙғарыла, тинеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.