8 декабрь, Кесе йома

07 ноябрь 2013 йыл, 18:00

Республика парламентарийҙары социаль торлаҡ төҙөү өсөн ерҙәрҙе резервта ҡалдырырға ниәтләй

автор: Людмила Терновая

Республика парламентының Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты ултырышында депутаттар Башҡортостан Республикаһы закондарына үҙгәрештәр индереү менән бәйле бер нисә көнүҙәк мәсьәләне ҡараны. Тәҡдим ителгән төҙәтмәләрҙең күбеһе федераль закондарҙағы үҙгәрештәргә бәйләнгән. Улар араһында «Ер аҫты байлыҡтары тураһында Башҡортостан Республикаһы Кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында» һәм «Башҡортостан Республикаһында орлоҡсолоҡ тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 6-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» БР закондары проекттары. Ике закон проекты ла беренсе уҡыуҙа ҡарауға тәҡдим ителде.

Ер аҫты байлыҡтары тураһында федераль законға индерелгән үҙгәрештәр дәүләт власы органдарына ер аҫты ҡаҙылмалары менән файҙаланыу мөнәсәбәттәрен көйләү өлкәһендә ҡаҙылма байлыҡтар запастарының дәүләт балансын индереү буйынса хоҡуҡтар бирә, ә РФ субъекттарының дәүләт власы органдарына – дөйөм таралған ҡаҙылма байлыҡтар ятҡылыҡтарын эшкәртеү буйынса техник проекттарҙы һәм урындағы әһәмиәттәге ер аҫты участкаларын файҙаланыу менән бәйле эштәрҙе башҡарыуға башҡа проект документацияһын яраштырыу хоҡуҡтары.  

Икенсе закон проекты «Орлоҡсолоҡ тураһында»  республика законында ҡулланылған терминологияны ошондай уҡ федераль законда ҡулланылған терминологияға тап килтереү менән бәйләнгән.  

Профилле Комитет ултырышында ҡаралған тағы лә бер закон проекты, дәүләт йәки муниципаль ихтыяждары өсөн ер участкалары резервы булдырыуға бәйләнгән. Был «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проекты. Тәҡдим ителгән үҙгәрештәр төрлө дәүләт һәм муниципаль программаларҙа ҡаралған торлаҡ, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, спорт тәғәйенләнешендәге учреждениелар төҙөүҙе планлаштырыу өсөн ер участкалары резервын булдырырға мөмкинлек бирә.

Резервланған участкалар дәүләт күсемһеҙ милек кадрастрында ярашлы статусҡа эйә буласаҡ һәм уларҙы файҙаланыу (межалау һәм башҡа маҡсаттарға биреү) сикләнәсәк.

Ултырышта билдәләп үтеүҙәренсә, быға оҡшаш закон нормалары Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә бар, шул иҫәптән Калуга, Иваново өлкәләрендә, Хакасия һәм Мари Иле республикаларында.

Башланғыс артабан беренсе уҡыуҙа ҡарау өсөн республика парламенты Президиумы ултырышының көн тәртибенә индереүгә тәҡдим ителде.