8 декабрь, Кесе йома

07 ноябрь 2013 йыл, 15:45

Опера һәм балет театрында яңы башҡарыусы директор тәғәйенләнде

автор: Эльмира Сабирова | фото: Башҡорт дәүләт филармонияһы сайтынан

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры коллективын яңы башҡарыусы директор — Владислав Самойлов менән таныштырҙылар.

Владислав Анатольевич Самойлов 1966 йылдың 5 ноябрендә Стәрлетамаҡта тыуған. 1992 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (хәҙер академия) «Инструменталь башҡарыу» белгеслеге буйынса тамамлай. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ.

1991 йылдан, бер үк ваҡытта Мәскәү оркестрҙарында (шул иҫәптән альт төркөмө концертмейстеры булып) эшләп, ансамбль солисы һәм артисы булараҡ әүҙем башҡарыу эшмәкәрлеге лә алып бара. 1995 йылда «Оскар ансамбль» ойоштора. 1999 йылда Көньяҡ Кореяла эшләй, 2000-2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестры директоры була.

2003 йылдан Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры урынбаҫары һәм академик сәнғәтте үҫтереү буйынса баш белгес булып эшләй. 2007 йылдан Урта махсус музыка колледжында уҡыта. 2008-2011 йылдарҙа — интернет-порталдың музыкаль директоры була. 2011 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем — UTV-ла «Импресарио яҙмалары» автор программаһын алып барыусы.

Театрҙың художество етәксеһен тәғәйенләгәнгә тиклем 7 ноябрҙән Владислав Самойлов художество етәксеһе вазифаһын да башҡарасаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығында.