8 декабрь, Кесе йома

07 ноябрь 2013 йыл, 15:09

Стәрлетамаҡта автомобилселәр донорҙар буласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Стәрлетамаҡта 9 ноябрҙә дауалау учреждениеларының бәләкәй пациенттары өсөн ҡан бирергә мөмкин. Был көндө «Юғалтыуҙар юҡ» ҡаты ауырыған балаларға ярҙам күрһәтеү хәйриә фонды, UTV ҡала телеканалында «102RUS» автомобиль телепроекты, Рәсәй автомобилселәр федерацияһы һәм Стәрлетамаҡ ҡан биреү станцияһы сираттағы «АвтоМотоДонор» акцияһы уҙғара.

Уның төп маҡсаты – республика баш ҡалаһынан ситтә донорлыҡ хәрәкәтен таратыу, төбәк халҡына даими донорлыҡ, ҡан һәм уның компонеттары етешмәүе тураһында мәғлүмәт биреү, донорлыҡҡа ыңғай мөнәсәбәт булдырыу һәм донорҙарға рәхмәт белдереү нормаһын нығытыу.

Сарала 18 йәше тулған һәр граждан ҡатнаша ҡала.

Автомобилселәрҙең йыйылышы «Сода» Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда сәғәт 10-да башлана. Үҙегеҙ менән паспорт алыу мотлаҡ. Машиналар колоннаһы бөтә ҡала буйлап ҡан биреү станцияһына тиклем барасаҡ.

— Ҡан биреү станцияһына килеп ҡан биреү, башҡа кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыуға ярҙам итеү, һәр сәләмәт кешенең хәленән килә. Осрашыуға үҙегеҙҙең дуҫтарығыҙҙы саҡырып та, һеҙ кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуға ҡатнашлы булаһығыҙ, — тип һөйләй «Юғалтыуҙар юҡ» ҡаты ауырыған балаларға ярҙам күрһәтеү хәйриә фонды етәксеһе Радмила Сурначева.