Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың иң яҡшы аграрийҙары дәүләт наградаларына лайыҡ булды

Йәмғиәт

Республиканың ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең 8 ноябрҙә билдәләнгән һөнәри байрамдары алдынан Башҡортостан Президенты агросәнәғәт комплексының алдынғы хеҙмәткәрҙәрен наградлау тураһында бер нисә указға ҡул ҡуйҙы.

Агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн  Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге предприятиеһы директоры Анатолий Коваленко, «Алексеевка» совхозы директоры Евгений Майстренко, «Шаранагрогаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Тимерғәли Тимеркәев, шулай уҡ юғары профессиональ белем биреү системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне һәм төбәктең агросәнәғәт комплексы өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡорт аграр университеты профессоры Геннадий Юхин республика башлығы рәхмәт хаты менән дәртләндерелде.

Президенттың икенсе указы  менән илле иң яҡшы белгескә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре» тигән почетлы исемдәр бирелде.

46 ауыл хужалығы хеҙмәткәре күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн республиканың Почет грамотаһы менән билдәләнде , тағы 40 белгес —  «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» билдәһе менән.

Стәрлетамаҡ районы башлығы урынбаҫары Владимир Александров Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры булды.

Дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы 8 ноябрҙә Республика Йортонда үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть