9 декабрь, Йома

07 ноябрь 2013 йыл, 12:37

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы предприятие билдәләнәсәк

автор: Галина Бахшиева

Быйылғы Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә Башҡортостандың Экология министрлығы республиканың иң яҡшы предприятиеһын билдәләйәсәк.

Конкурста ҡатнашыуға агросәнәғәт, яғыулыҡ-энергетика комплексы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары саҡырыла. Һәр ваҡыттағыса, конкурс өс номинацияла үткәрелә.

Еңеүселәрҙе билдәләү критерийҙары иҫәбендә – тирә-яҡ мөхиттең бысраныуын кәметеү динамикаһы күрһәткестәренең яҡшырыуы, предприятиеларҙың ҡалдыҡтарҙы утилләштереү мәсьәләһен хәл итеү буйынса эшмәкәрлеге, газ һәм һыу таҙартыу ҡорамалдары эшенең һөҙөмтәлелеге, шулай уҡ яңы энерго- һәм ресурс һаҡлау технологияларын индереү.

Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 2013 йылдың 20 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының рәсми сайтында алырға була.