7 декабрь, Шаршамбы

07 ноябрь 2013 йыл, 12:09

Төбәк аграрийҙары 178 мең тонна көнбағыш орлоғо йыйып алды

автор: Галина Бахшиева

БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенең мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 178 мең тонна көнбағыш орлоғо һуғып алынған. Майлы орлоҡтарҙың иң мул уңышы быйыл Стәрлетамаҡ районында – 24,2  мең тонна, Мәләүездә – 18,7 һәм Көйөргәҙелә – 13 мең тонна.

Аграр ведомствола билдәләп үтеүҙәренсә, төбәктә уртаса уңыш кимәле бер аҙ күтәрелгән һәм гектарынан 12,5 центнер тәшкил итә. Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондарында һәр гектарҙан 19 центнерҙан ашыу майлы орлоҡ алалар.

Бөтә республика буйынса был майлы культура 143 мең гектар майҙандан йыйып алынған, был планға ҡарата 67 процент тәшкил итә. Бөгөнгө көндә көнбағыш йыйыуҙы Архангел, Дыуан, Иглин һәм Яңауыл райондары аграрийҙары тулыһынса тамамланған.