9 декабрь, Йома

07 ноябрь 2013 йыл, 12:00

Башҡортостан һәм Великобритания биотехнология өлкәһендә бергә хеҙмәттәшлек итергә планлаштыра

автор: Эльвира Латипова

Шаршамбы Өфөлә үткән Рәсәй-Британия түңәрәк өҫтәлендә ҡатнашыусылар биотехнология өлкәһендә перспективалы хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен билдәләне.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов фекеренсә, биотехнологиялар өлкәһендә ике яҡлы мөнәсәбәттәр «түбән кимәлдә тора», әммә улар ҙур перспективаға эйә.

Великобританияның Екатеринбург ҡалаһындағы Генераль консулы Нил Сэмпл ике яҡтың да ихтыяжын сағылдырыусы бер нисә йүнәлеште билдәләне. Улар иҫәбендә – фармацевтика препараттары етештереү, синтетик биология, регенератив медицина. Атап әйткәндә, Генераль консул һүҙҙәре буйынса, Великобританияла синтетик биология өлкәһендә ғилми эштәр әүҙем алып барыла – хөкүмәт тикшеренеүҙәрҙе 20 миллиард фунт стерлинг күләмендә финансларға әҙер.

Башҡортостан ғалимдары ҡунаҡтарҙы биотехнология өлкәһендәге эштәрҙең төп йүнәлештәре менән таныштырҙы. Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтының геномика бүлеге һәм кешенең молекуляр генетикаһы лабораторияһы мөдире Эльза Хөснөтдинова әйтеүенсә, республиканың ғилми институттары нәҫелдән килгән һәм күп факторлы ауырыуҙарҙы молекуляр-генетик тикшереү үткәрә.

Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө Ғилми Үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты директоры Венер Вәхитов һүҙҙәренсә, Башҡортостан ғалимдары ауыр металдарҙы туплай алырлыҡ трансгенлы (генһыҙ) үҫемлектәр булдырыу өҫтөндә эшләй. Тикшеренеү эштәренең мөһим йүнәлештәре араһында ул Башҡортостан өсөн хәүефле инфекцияларҙы, мәҫәлән, бөйөр синдромы менән геморрагик биҙгәкте, диагностикалау һәм иҫкәртеү системалары булдырыуҙы билдәләне.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар күп йүнәлештәр буйынса республика ғалимдарының Германия, Франция һәм Америка Ҡушма Штаттарының ғилми даирәләре менән уңышлы хеҙмәттәшлек итеүен билдәләне. Башҡортостан менән Германия араһында һөҙөмтәле ғилми бәйләнештәрҙе юлға һалыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.