8 декабрь, Кесе йома

07 ноябрь 2013 йыл, 10:24

Рөстәм Хәмитов һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау йомғаҡтарын тикшерҙе

автор: Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышын үткәрҙе, унда һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялауҙы тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тикшерелде. Иң элек, бында матди-техник базаны яңыртыу күҙ уңында тотола, тип билдәләне Президент. Ул, өс йылда Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә федераль бюджеттан 16,5 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелде, тине. Шуның 4,5 миллиарды — базаны нығытыуға, 10,5 миллиарды — медицина ярҙамының берҙәм стандарттарын индереүгә һәм эш хаҡын күтәреүгә, 600 миллионы — медицина учреждениеларын мәғлүмәтләштереүгә. Был суммаға яңы дауаханалар төҙөүгә һәм иҫкеләрен ремонтлауға сығымдар инмәй.

— Тик 2013 йылда ғына Республика балалар клиник дауаханаһының диагностика корпусы яңыртылды, 13-сө дауахана поликлиникаһы сафҡа индерелде, Өфөлә, Белоретта, Стәрлетамаҡта, башҡа ҡалаларҙа тәүге ҡан тамыры үҙәктәре барлыҡҡа килде. Октябрьскийҙа бала табыу йорто төҙөлөп бөтөп килә. Ноябрь-декабрҙә Мәсәғүт район дауаханаһы бинаһын файҙаланыуға тапшырырбыҙ, тип уйлайым. Республика клиник дауаханаһында акушер-гинекология комплексы асылды. Был объекттарҙың һәр береһе — ул миллиард һум. Беҙ һаулыҡ һаҡлау объекттарын сафҡа индереүҙең ярайһы уҡ юғары кимәленә сыҡтыҡ, һәм был темпты тотоу ғына түгел, арттырырға кәрәк. Шул саҡта кешеләр властың кәрәкле йүнәлештә эшләүен аңлаясаҡ, — тине Президент. — Ябай кешене миллиардтар, һатып алынған техника иҫәбе ҡыҙыҡһындырмай. Уға медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге, яҡшы мөнәсәбәт, дәүләттең уның һаулығы тураһында хәстәрлек күреүен тойоу кәрәк, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

«Һаулыҡ» милли проектын тормошҡа ашырыу барышында дауаханалар яҡшы техник ҡорамалдар алды, әммә тиҙҙән ҡайһы бер урындарҙа уны нисек ҡуллана белмәүҙәре асыҡланды. Хәлде төҙәтергә кәрәк, тип иҫәпләй  Президент: йә белгестәр уҡытырға, йә техниканы тәғәйенләнеше буйынса файҙаланған урынға тапшырырға кәрәк.

Төбәк башлығы фекеренсә, программаның уңышлы булыуының төп критерийы — сирләүҙәрҙе кәметеү. 2013 йылда  республикала йәшәүсе 1000 кешегә 847 ауырыу тура килде. Иң күп ауырыуҙар һаны 2010 йылға тура килде — 894. «Дәүләт идаралығы өсөн демографик күрһәткестәр мөһим, ул һуңғы йылдарҙа үҫә бара, был социаль һәм иҡтисади тотороҡлолоҡ тураһында һөйләй», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Георгий Шебаев проектты тормошҡа ашыра башлағандан алып 2 йыл да 9 ай эсендә модернизациялауға бүленгән аҡсаның 98 проценты үҙләштерелеүе хаҡында хәбәр итте. Башҡортостанда тармаҡты структуралы үҙгәртеп ҡороу үткәрелде: 9 медицина округы һәм 24 махсус муниципаль-ара үҙәк барлыҡҡа килде.