6 декабрь, Шишәмбе

06 ноябрь 2013 йыл, 17:57

Республиканың финанс министрының беренсе урынбаҫары тәғәйенләнде

автор: Сергей Захаров

6 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Финанс министрлығында кадрҙар тәғәйенләү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Хәҙер инде элекке министр урынбаҫары Лилиә Истәмғәлинә финанс министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Министр урынбаҫары вазифаһын Наталья Калугина биләне.

Белешмә. Лилиә Закир ҡыҙы Истәмғәлина 1959 йылда Өфөлә тыуған. Мәскәү технологик институтын тамамлаған. Республиканың финанс министрлығында 1984 йылдан алып эшләй. Министр урынбаҫары вазифаһын 2005 йылдан алып биләне.

Наталья Владимировна Калугина 1974 йылда Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. «Газстрой» производство берекмәһендә сәркәтип-эштәр башҡарыусы, бухгалтер булып эшләгән. Башҡорт дәүләт университетында аспирант, финанстар һәм һалым һалыу кафедраһы ассистенты була. Финанстар министрлығында 2001 йылдан. 2013 йылдың февраленән алып әлегә тиклем БР Финанстар министрлығының бюджет сәйәсәте бүлеге начальнигы булып эшләне.