5 декабрь, Дүшәмбе

06 ноябрь 2013 йыл, 17:05

Академик Мәжитов Салауат Юлаев ордены кавалеры булды

автор: Сергей Захаров

Рөстәм Хәмитов академик — Башҡорт дәүләт университетының Башҡортостан тарихы, археология һәм этнография кафедраһы консультанты Нияз Мәжитовты Салауат Юлаев ордены менән наградлау тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Билдәле ғалим, «Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығы директоры урынбаҫары юғары наградаға уңышлы ижтимағи һәм фәнни эшмәкәрлеге өсөн лайыҡ булды, тип хәбәр ителә республиканың хоҡуҡ мәғлүмәте рәсми порталында.

Белешмә. Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов 1933 йылдың 20 авгусында Ғафури районында тыуған. Пермь дәүләт университетын тамамлаған. Тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре. 300-гә яҡын ғилми эш, шул иҫәптән 12 монография авторы. 1957 йылдан 2006 йылға тиклем ғилми хеҙмәткәр һәм отряд начальнигы сифатында археологик экспедицияларҙа даими ҡатнашыусы. Төп тикшерелгән ҡомартҡылары: Бөрө боронғо ҡәберлеге (Бөрө районы), Турбаҫлы ҡурғандары (Өфө), Өфө-II ҡаласығы һәм башҡалар. Көньяҡ Уралда бик күп урта быуат археологик ҡомартҡыларын аса һәм тикшерә.

Ентекле мәғлүмәтте Башҡортостан Фәндәр академияһының рәсми сайтында  «Персоналийҙар» бүлегендә табырға мөмкин.